Башҡортостанда ике йылда 198 мәктәп капиталь ремонтлана

Бының өсөн 10 миллиард һумға яҡын аҡса тотонола. Беренсе вице-премьер Азат Бадранов федераль аҡса йәлеп итеү буйынса кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе. 2026 йылға тиклем Башҡортостанда программа ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы, 365 мәктәп бинаһын ремонтлау көтөлә. Программаның тәүге этабы 2022-2023 йылдарға иҫәпләнгән. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостан әлегә  тиклем мәктәптәрҙә капиталь ремонт өсөн федераль үҙәктән бындай ҙур сумма алмаған. Ил президенты башланғысы менән булдырылған программа шундай мөмкинлек биргән.

Фото №1 - Башҡортостанда ике йылда 198 мәктәп капиталь ремонтлана
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ