Башҡортостан федераль ҡаҙнанан йәлеп ителгән аҡсалар күләме буйынса алдынғылыҡты бирмәй

Былтырғы күрһәткестәр буйынса республика 86 миллиард һумдан ашыу инвестициялар йәлеп иткән. Үҙәк ҡаҙнанан финанстар йәлеп итеүҙә Дәүләт Думаһында эшләүсе Башҡортостан депутаттарының да өлөшө ҙур.

Бөгөн Радий Хәбиров ил парламентының түбәнге палатаһы ағзалары алдында яңы бурыстар ҡуйҙы. Халыҡ һайланыусыларының йәйге каникул алдынан осрашыуы тураһында Айнур Кәбиров репортажы.

Яҙғы сессия тамамланыуға әле өс ай тирәһе ваҡыт бар. Әммә әле үк үткән йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһарға мөмкин. Каникулға китер алдынан Дәүләт Думаһы депутаттары менән республика етәкселегенең осрашыуы яҡшы традицияға әйләнде. Башҡарылған эштәргә һығымта яһала, сәйәсәт коррекциялана, киләсәккә йөкләмәләр бирелә.

Илдең баш ҡалаһында ла папка ҡыҫтырған башҡорт тип таный башланылар , ти депутаттар. Халыҡ һайланыусылары бик күп юғары кабинет тупһаларын тапай. Һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәй. Ауыл хужалығын миҫалға килтергәндә генә лә,. Башҡортостан быйыл  бығаса булмаған күләмдә федераль аҡсалар ала.

Федераль аҡсалар йәлеп итеү буйынса республика илдә 8-се урынға күтәрелде. Ә Волга буйы федераль округында беренсе. Быйыл да заявкалар ярайһы ғына күп.

Иҡтисади көрсөк заманында был һандар ҙа үтә ауыр бирелә. Әммә хәҙерге шарттар депутаттар иңенә  өҫтәмә бурыстар йөкмәтелә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, илдең сәйәси каркасы , уның тотороҡлоғо тап парламент ағзалары эшмәкәрлегенә бәйле. 

Төбәк властары ла парламентта ултырыусы яҡташтарының тупһаһын йыш тапарға тейеш. Юғиһә, нисә йылдар ҡайһы депутаттың ҡайһы бүләмәлә түгел, ниндәй ҡатта ултырғанын да белмәнеләр. Хәҙер хәл башҡаса. Республика юғарыла ултырған түбәнге палаталағы вәкилдәре менән тығыҙ бәйләнештә.

Фото №1 - Башҡортостан федераль ҡаҙнанан йәлеп ителгән аҡсалар күләме буйынса алдынғылыҡты бирмәй

Айнур Кәбиров

Волна
Акции БСТ