Өфөнөң Шәфиев урамы, 14-се йорт адресы буйынса йәшәүселәр апрелгә килгән квитанцияларға ризаһыҙлыҡ белдерә. Асыҡланыуынса, «Башҡортостан йылылыҡ селтәрҙәре» компанияһы 2020 йылдың декабренә яңынан иҫәпләнгән аҡсаларҙы кире түләүҙе талап итә. Өфөлөләр был хәлде өнәп етмәй. Мәсьәләне БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин асыҡларға тырышты.
Май уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, фатирҙа түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ. Зәлиә Әхмәҙиеваны был осраҡта ҡайнар сәй менән мамыҡ шәл ҡотҡара. Тик эш йылылыҡ селтәрҙәре миҙгеленең тамамланыуында түгел, ә апрелгә килгән квитанцияларҙа.
Әйткәндәй, «Башҡортостан йылылыҡ селтәрҙәре» компанияһы тирәләй тыуған мәсьәлә тик бер бөгөн күҙәтелмәй. Айлыҡ коммуналь түләүҙәрҙәргә бәйле һорауҙар хатта судҡа тиклем барып етте. Уның һөҙөмтәһендә былтыр күптәрҙең квитанциялары ҡайтанан иҫәпләнде. Тик теүәл бер йыл үтеүгә уларҙы тиненә тиклем ҡабаттан түләү бурысы йөкмәтелгән.
Шуға ла өфөлөләр «Башҡортостан йылылыҡ селтәрҙәре» компанияһы эшмәкәрлеге менән риза түгел. Миҙгел әйләнәһенә коммуналь түләүҙәргә хаҡ артҡандан-арта, ә фатирҙарҙа хәл бер төрлө. Өҙөклөктәр менән килгән йылынан аҡсаларҙы бушҡа түләйбеҙ, ти күп ҡатлы йортта йәшәүселәр.
«Башҡортостан йылылыҡ селтәрҙәре» компанияһы 2020 йылдың декабрь квитанцияһы хаҡтарының ваҡытлыса булыуын билдәләй. Быны улар сумманың ҡайтанан иҫәпләнеп, бөгөн ошо уҡ хаҡтың квитанцияға ҡабат индерелеүендә күрә. Шуға ла айлыҡ түләүҙәргә бәйле тыуған һорауҙарҙа компания бер ниндәй ҙә яңылышлыҡ тапмай.
Азат Ғәлиуллин




