Өфөлә «Әкиәт» скверын төҙөкләндереү буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үтә

Ҡала дизайны үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, фекер алышыуҙарҙа йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Балалар ҙа үҙҙәренең тәҡдимдәрен һүрәт төшөрөп еткергән. Ошо көндәрҙә проект семинары сиктәрендә биләмәлә реконструкция ойоштороу буйынса бер нисә вариант ҡаралған.

Әлегә өс төп тематика һайлап алынған – диңгеҙ, йыһан һәм халыҡ әкиәттәре стилендә. Проекттарға ярашлы, скверҙа балалар уйын һәм спорт майҙансыҡтары, ял зонаһы барлыҡҡа килергә тейеш.

Күреүегеҙсә, сквер төҙөкләндереү талап итә. Халыҡ һорауы буйынса, биләмәләге башняны һаҡлап, реставрациялап, уны тәртипкә килтерергә тура киләсәк. Шулай уҡ бында мотлаҡ тыныс ял зонаһы булырға тейеш.

Руслан Алмаев, ҡала дизайны үҙәге етәксеһе
Фото №1 - Өфөлә «Әкиәт» скверын төҙөкләндереү буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үтә

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ