Өфөлә «Еңеү менән берҙәмбеҙ» конкурсына йомғаҡ яһала

«Еңеү менән берҙәмбеҙ». Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ ярҙамы менән Республика халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторған тарихи -мәғрифәт проект илһөйәрлек рухында һуғарылған.

«Еңеү менән берҙәмбеҙ» конкурсына йомғаҡ Йәштәр йортонда яһалды. Проектта ҡатнашыусылар өс йүнәлеш буйынса ярышты. Ул  Бөйөк Ватан һуғышына арналған йырҙарҙы башҡарып водеоролик төшөрөү, ҡаһарман  батыр исемен халыҡҡа ҡайтарып урамға биреү, хәрби теманы асҡан викторина һорауҙарына онлайн яуаптар яҙыу кеүек һынауҙарҙы үҙ эсенә алды .

Проектта Башҡортостандың төрлө төбәктәренән һәм күрше өлкәләрҙән 500 ашыу кеше үҙ көсөн һанаған. Сараны йомғаҡлау тантанаһына бөтәһе 52 конкурсант саҡырылған. Улар араһында бәләкәй һәм урта йәштәге мәктәп уҡыусылары күпселекте тәшкил итә.

Бүләккә ташырылған Бөйөк Ватан һуғышының мөһим даталары һәм ваҡиғалары күрһәтелгән көндәлек малай-ҡыҙҙарға артабан да тырышып уҡырға, илһөйәрҙәр булып үҫергә әйҙәр тип күҙаллана.

Фото №1 - Өфөлә «Еңеү менән берҙәмбеҙ» конкурсына йомғаҡ яһала

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ