Төпкөл ауылда – ҡунаҡ йорто. Йылайыр районы Иҫке Яҡуп ауылында туризмды үҫтереү маҡсатында ҡунаҡ йортон асыуға әҙерлек бара.
19-сы быуат урталарында нигеҙ һалынған ауылда хәҙер 20 кеше йәшәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, хозур тәбиғәт ҡосағында ял итергә теләүселәр йылдан-йыл арта. Туристар һорауы буйынса урында ҡунаҡ йорто булдырыла. Ул элекке мәктәп бинаһында урынлашҡан.
Ҡунаҡ йорто ҡул эштәре өлгөләре, һауыт-һаба һәм кәндәлек кәрәк-яраҡтары менән йыһаландырыласаҡ. Милли әйберҙәрҙе урындағы оҫталар эшләй. Ремонт эштәрен тамамлап, ҡунаҡ йорто 1 июндән туристарҙы ҡабул итә башлай.
Әлфинә Килдейәрова




