Өфөлә «Йәшлек йәшен йәшнәтер!» медиафестиваленә йомғаҡ яһалды

Йәшлек йәшен йәшнәтер! Өфөлә ошондай исем аҫтында ойошторолған ҡала балалар медиафестиваленә йомғаҡ яһалды.

«Йәшлек йәшен йәшнәтер» медиафестивале быйыл алтынсы тапҡыр ойошторола. 2015 йылда Өфө мәғариф учреждениелары уҡыусылары араһында башланған ижади бәйгелә хәҙер республика төбәктәренән генә түгел, хатта сил илдәрҙән дә балалар ҡатнаша. Йәғни конкурстың статусы күтәрелә, даирәһе киңәйә.

Быйыл медиафестивалгә  8 номинация буйынса 350 ғариза ҡабул ителгән. Улар араһында телевидение, радио репортаждары ла, йәнһүрәттәр ҙә, музыкаль клиптар ҙа, фотоһүрәттәр ҙә, публицистика материалдары ла бар. Еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары, конкурс бағыусылары әҙерләгән бүләктәр тапшырылды.

Сараны Өфөнөң балалар ижади төркөмдәре әҙерләгән концерт номерҙары биҙәне. Ойоштороусылар билдәләүенсә, медиафестиваль балаларҙың ижади фекерләүен үҫтерергә булышлыҡ итә, һөнәри йүнәлеш биреү йәһәтенән дә отошло.

Фото №1 - Өфөлә «Йәшлек йәшен йәшнәтер!» медиафестиваленә йомғаҡ яһалды

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ