2022-2023 йылдарҙа Баймаҡ районында федераль президент программаһы буйынса ете мәктәп яңыртыласаҡ

Быйылға Баймаҡ ҡалаһының 3-сө һәм Темәс ауылы белем усаҡтарын төҙөкләндереү ҡаралған. Объекттар төҙөлөшө менән бөгөн төбәккә эш сәфәре барышында Радий Хәбиров танышты. Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәрҙә төбәктә булдырылған уңайлы мөхит тураһында яҙҙы.

«Баймаҡ. Үҙгәрештәр еле» – бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи урындарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән проекттарҙың береһе. 2020 йылда Башҡортостанда был тәңгәлдә еңеүселәр ун өс ине, былтыр алтау булды. Беҙ уңайлы, күркәм, алдан ныҡлы уйланылған йәмәғәт урындары тотош республикала булһын өсөн тырышабыҙ. Федераль конкурстар ошо йәһәттән ныҡ ярҙам итә» тигән Радий Хәбиров.

Төбәк башлығы билдәләүенсә, элек Баймаҡ үҙәгендәге был майҙанда туҡталҡа булған, хәҙер – амфитеатр, сәхнә, ҡоро фонтан, йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡ төҙөлә, эскәмйәләр ҡуйыласаҡ. Эштәр һуҙылған, шуға ла подряд ойошмаһын алмаштырғандар. Матурлыҡ мотлаҡ булдырыласаҡ, был ер һәр кемдең яратҡан урынына әйләнәсәк, тигән республика етәксеһе.

Баймаҡ районы халҡы шулай уҡ күптән балалар поликлиникаһы һораған. Әле ул заман талаптарына яуап бирмәгән бинала урынлашҡан. Яңы төҙөлгән өс ҡатлы медицина учреждениеһы сменаһына 300 йәш пациентты ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ объект быйыл декабрҙә сафҡа инер тип көтөлә.

Шулай уҡ быйыл 1 сентябргә Иҫке Сибай ауылы мәктәбе лә үҙ ишектәрен асасаҡ. Намыҫһыҙ подрядсылар эштәрҙе тотҡарланы. Әммә беҙ үҙ вәғәҙәбеҙҙе үтәйбеҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Фото №1 - 2022-2023 йылдарҙа Баймаҡ районында федераль президент программаһы буйынса ете мәктәп яңыртыласаҡ

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ