Мәләүез районы хакимиәте башлығы урынбаҫары ҡулға алынған

Түрә ике миллион һум күләмендә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. 

Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы, төбәктә етем балаларға торлаҡ биреү программаһы буйынса төҙөүсене билдәләүгә аукцион үткәрелә. Конкурс һөҙөмтәһе буйынса еңеүсе предприятие менән 9 фатир төҙөү өсөн муниципаль контрактҡа ҡул ҡуйыла.

Артабан яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт менән инвалидтарҙың береһе өсөн тағы ла бер фатирға килешеү төҙөү планлаштырыла. Әммә комиссия тарафынан торлаҡ ҡабул итеү акттарына тотҡарлыҡһыҙ ҡул ҡуйыу өсөн, район хакимиәте башлығы урынбаҫары төҙөлөш фирмаһынан 2 миллион һум аҡса талап иткән.

 Оператив саралар барышында килешелгән сумма артынан 34 йәшлек аралашсы килә. Ошо уҡ көндө чиновник та ҡулға алына. 

Фото №1 - Мәләүез районы хакимиәте башлығы урынбаҫары ҡулға алынған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ