Өфөлә «Беҙ лайыҡ фәрештәләр» тип аталған экологик фотокүргәҙмә асылды

Экспозицияла сүп-сарҙы айырым йыйыу, уны икенсел эшкәртеү һәм ҡулланыу проблемаларына бағышланған 12 эш тәҡдим ителгән. Проект бер йыл дауамында ғәмәлгә ашырыла.

Модель булып Өфөнөң төрлө йәштәрҙәге кешеләре сығыш яһаған. Фотокүргәҙмәнең маҡсаты – халыҡты көнкүреш ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуға һәм рациональ файҙаланыуға өйрәтеү. Был йәһәттән ташландыҡ текстиль проблемаһы айырым урын биләй. Экоактивистар билдәләүенсә, ҡайһы бер әйберҙәр башҡа ҡулдарҙа яңы тормош ала.

Фото №1 - Өфөлә «Беҙ лайыҡ фәрештәләр» тип аталған экологик фотокүргәҙмә асылды

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ