Балалар лагерҙары тулы ҡеүәттә эшләйәсәк

Санитар-эпидемиологик талаптар йомшартылыуға бәйле үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Уға ярашлы, балалар лагерҙарында күләмле саралар үткәрергә лә мөмкин. «Бишенсе сиреккә» әҙерлек нисек бара? БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Таҙа, йыйыштырылған бүлмәләр балаларҙың килеүен көтә. Шишмә районындағы «Энергетик» балалар лагерында йәй дауамында меңдән ашыу бала ял итер, тип көтөлә. Шуға күрә әҙерлек күптән башланған. Биләмә сүп-сарҙан таҙартыла, корпустар тәртипкә килтерелә.

Былтыр санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләргә ярашлы лагерҙар 75 процентҡа тупланһа, быйыл тулы ҡеүәттә эшләйәсәк. Үҙгәрештәр ковидҡа бәйле башҡа талаптарға ла ҡағыла. Мәҫәлән, яңынан саф һауала күләмле саралар үткәрергә мөмкин. Шулай уҡ, ПЦР-тест тапшырыу тик балалар лагеры хеҙмәткәрҙәренә генә ҡағыла. Тикшереүҙе улар смена башланыуға ике көн ҡалғас, бушлай үтә ала.

ПЦР-тесты хеҙмәткәрҙәр йәшәү урыны буйынса ла бушлай тапшыра аласаҡ. Санитар талаптар йомшартылһа ла, ҡаһы бер ҡағиҙәләр әле лә ғәмәлдә ҡала. Мәҫәлән, ата-әсәләр көнө үткәреүҙән тыйылып торасаҡбыҙ.

Наталья Ғизетдинова, «Энергетик» балалар һауыҡтырыу үҙәге етәксеһе

Ил Президенты ҡушыуы буйынса быйыл «Йөҙөүгә өйрәтеү» программаһы ла ғәмәлгә ашырыласаҡ. Программа пляж һәм бассейн менән йыһазландырылған 19 ҡала эргәһендәге лагерға ҡағыла. Был юлы ла ата-әсәләрҙең сығымдарын кәметеү маҡсатында ике – төбәк һәм федераль программаһы эшләйәсәк. Уға ярашлы, путевкаға сарыф ителгән аҡсаның 50 процентын федераль ҡаҙна, ә 30 процентын республика бюджеты ҡаплаясаҡ.

Кешбек алыу өсөн мирпутешествий.рф сайтында сәхифә асып, «Мир» картаһын теркәргә һәм балалар лагерын һайлап путевка һатып алырға кәрәк. Биш көн эсендә сумманың 50 проценты кире ҡайтарыласаҡ. Ошо рәүешле үк мәғариф бүлегенә документтар тапшырып, төбәктән компенсация алырға була. Уның күләме 5 мең 900 һум.

Инесса Косолапова, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары

2021 йылда балалар лагерҙарының матди-техник базаһына иғтибар бүленә. 26 мәктәп янындағы һәм 24 ҡала ситендәге лагерҙар республика ҡаҙнаһынан 218 миллион һумлыҡ финанс ярҙам ала. Был сумма биналарҙа капиталь ремонт үткәреү һәм кәрәкле йыһаздарҙы һатып алыу өсөн ҡулланыла. Быйыл 9 лагерь йыл әйләнәһенә эшләү режимына күсә.

Фото №1 - Балалар лагерҙары тулы ҡеүәттә эшләйәсәк
Башбат

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ