Башҡорт дәүләт университетында эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә оҫталыҡ дәресе ойошторолдо

 «Йәш ғалимдар» советы тарафынан үткәрелгән сарала белгестәр бизнес проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу серҙәре менән уртаҡлашты. Йәштәрҙә эшҡыуарлыҡ һәләттәрен асыу, иҡтисад менән бәйле маҡсаттарына ирешеү өсөн ойошторолған осрашыуҙа практик белем биреү ҡаралған.

Оҫталыҡ дәресе һөҙөмтәләре буйынса йәштәр араһында иң ҡыҙыҡлы проекттары һайлап алынасаҡ. Иғтибарға лайыҡ стартаптарға ойоштороусылар финанс ярҙам күрһәтеп студенттарҙы эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итергә ниәтләй.

Фото №1 - Башҡорт дәүләт университетында эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә оҫталыҡ дәресе ойошторолдо

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ