Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты. Республика башлығы шулай уҡ йәш һәләттәргә дәртләндереү сараһы ҡаралыуын дахәбәр итте. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Бөтә Рәсәй химия олимпиадаһының абсолют еңеүсеһе Вадим Харисов бөгөн дә фәнни эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Ул күптән һынау үтһә лә, беҙҙең ижади төркөмгә махсус күрһәтелде. Был химик элементты заманында фотографтар киң ҡулланған. Ошо рәүешле магнийҙы яндырып улар фотоға яҡтылыҡ биргән.
Вадим Харисовтың тырышлығы эҙһеҙ үтмәй. Бөгөнгө уның иң ҙур уңышы Рәсәй олимпиадаһындағы еңеүе. Был уның ата-әсәһенең иғтибары ла, уҡытыусы-остаздарының эш һөҙөмтәһе лә тип әйтергә кәрәк. Әйткәндәй, химия дәресенә һөйөү Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллинаның уҡытыу методикаһы ярҙамында алып барыла.
Ошо тәңгәлдә шулай уҡ республикала 20 йыл дауамында ойошторолоп килгән йәйге химия лагеры ла үҙ өлөшөн индермәй ҡалмай. Шул уҡ олимпиада еңеүселәре уҡыусылар менән йыллыҡ мәктәп программаһын алып бара. Бөтә Рәсәй, республика олимпиадаһына әҙерләй. Һөҙөмтә ҡыуанырлыҡ.
Вадим Харисов химияны яҡшы белгән илдең иң алдынғы 9-сы класс уҡыусыһы. Әйткәндәй, Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүсеһе һәм уларҙың остаздарына республика башлығынан 100-шәр, призерҙарға 60 мең һум дәртләндереү сараһын тапшырыу ҡаралған. Ә уҡыу йылында һынатмаған уҡыусы айлыҡ стипендияға дәғүә итә ала.
Азат Ғәлиуллин




