«Өфө» футболсылары ниһайәт, еңеүгә өлгәште!

Бөгөн яҡташтарыбыҙ үҙ стадионында Туланың «Арсенал» клубын ҡабул итте. Билдәле булыуынса, ике команда ла быйылғы миҙгелдә уңышһыҙ сығыш яһай. Әммә дәғүсәләрҙән айырмалы Башҡортостан коллективының әлегә Премьер-лигала ҡалыу мөмкинлеге бар.

Бының өсөн уларға һуңғы турҙа Ҡазандың «Рубин» клубын еңергә кәрәк. Бөгөнгө уйынға килгәндә, иҫәпте Дмитрий Кабутов асты. Шулай ҙа ҡунаҡтар күп тә үтмәй яуап тубы индерҙе. Осрашыуҙың яҙмышы икенсе таймда хәл ителде. Гамид Агаларов индергән гол «Өфө» клубына 2-1 иҫәбе менән еңеү килтерҙе.

Фото №1 - «Өфө» футболсылары ниһайәт, еңеүгә өлгәште!
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ