Был байрам 1994 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ҡарары менән булдырыла. Рәсәйҙә Ғаилә көнө 8 июлдә үтә. -Беҙ ике датаны ла билдәләргә тырышабыҙ, был ғаиләлә тағы ла ниндәйҙер бер йола һымаҡ, уны нығытырға булышлыҡ итә, - ти 3 бала әсәһе, “Мираҫ” халыҡ йыр һәм бейеүҙәр фольклор ансамбле солисы Сәлимә Юлдашбаева.
Халыҡ-ара ғаилә көнө алдынан Башҡортостанда “Ура, беҙ өйләнештек” тигән акция иған ителде. Уҙған ике көндә ЗАГС бүлектәрендә 172 яңы пар теркәлгән. Уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған.







