Күмәкләгән – яу ҡайтарған. Бөгөн Баймаҡ йәштәре берлеге баш ҡалабыҙҙа экологик өмәгә йыйыла. Сара 15 сәғәттә "Ватан" паркы янында үтә. “Өмә ойоштороу ниәте күптән бар ине. Тирә-яҡ мөхитте таҙа тотоу – беҙҙең бурыс” , ти Йәш яҡташтар берлеге ағзаһы Илүзә Янбаева.







