Был турала Фәрғәнә өлкәһенә сәфәр барышында Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев белдерҙе. Башҡортостан иһә Ташкентҡа он, көнбағыш майы һәм шәкәр оҙатыуҙы яйға һала. Беҙҙең республика эшҡыуарҙары Үзбәкстан менән 10 миллион долларлыҡ 7 килешеү төҙөнө. Башҡортостандың тағы бер бизнес-делегацияһы был көндәрҙә Иранда хеҙмәттәшек тураһында һөйләшеүҙәр алып бара.







