Баймаҡта йыл аҙағында заманса балалар поликлиникаһы файҙаланыуға тапшырыла

Ә ҡаланың 3-сө мәктәбе уҡыусылары яңы уҡыу йылын төҙөкләндерелгән белем усағында ҡаршы ала. Эш барышы менән бөгөн Башҡортостан башлығы ла танышты. Радий Хәбиров төбәктә башҡа социаль объекттарҙа ла булды, үткән йыл нодуляр дерматиттан малдарын юғалтҡан Төркмән ауылы халҡы менән осрашты. Төп темалар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Баймаҡтың үҙәк майҙанын танырлыҡ та түгел, бында әле күләмле төҙөлөш эштәре бара. Был проект ике йыл элек "Үҙгәрештәр еле" Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡан һәм 50 миллион һумлыҡ грант яулаған. Объект үткән йыл файҙалвныуға тапшырылырға тейеш була, әммә намыҫһыҙ подрядсы ғәйебе менән эш һуҙыла.

Киләсәктә бында амфитеатрҙы, фонтанды үҙ эсенә алған зауыҡлы ял урыны барлыҡҡа килә. Халыҡҡа үҙгәрештәр оҡшай. Республика башлығы ветеранға рәхмәт белдерҙе һәм оҙон ғүмер теләне.

Баймаҡтың 3-сө мәктәбен дә үҙгәрештәр көтә. Ике йылда федераль программа буйынса 7 мәктәп ремонтланасаҡ. Шуларҙың береһе Баймаҡтағы белем усағы, уның ярты быуаттан ашыу тарихы бар.

Баймаҡ ҡалаһында яңы поликлиника ла төҙөлә, медицина учреждениеһы йыл аҙағында сафҡа индерелә. Төбәктә был объектҡа ихтыяж ҙур, балалар һаны 15 мең тирәһе.

Республика башлығы эш сәфәре сиктәрендә Баймаҡ ҡалаһының "Баһадир" спорт-һауыҡтырыу комплесында ла булды. Әле бында тренер Илшат Ғүмәров иҫтәлегенә милли көрәш буйынса турнир бара, 200-гә яҡын спортсы ҡатнашҡан ярыш урал аръяғы йәмәғәт башланғыстарын хуплау союзы призына ойошторолған.

Ә Иҫке Сибай ауылында республиканың төрлө төбәктәренән ат спортын һөйөүселәр йыйылған. "Оҙон бәйге" "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә үтә. Иҫке Сибайҙар быйыл ошо сәмле ярышта үҙ көсөн һынай.

Иҫке Сибай ауылы халҡы конкурста еңеүгә ышана, сөнки төбәктә ысынлап та айыҡ ҡарашлы, эшһөйәр, берҙәм халыҡ йәшәй.

Баймаҡ районы Төркмән ауылының исеме республика халҡының тел осонда ғына тора. Тап ошо төбәктә үткән йылдың көҙөндә нодуляр дерматит ауырыуы табылып малдарҙы яндырырға мәжбүр булғайнылар. Яңы йылға тиклем Төркмән ауылы кешеләренә юғалтыуҙар өсөн аҡсалата компенсация түләнеп бөттө, әммә карантин әлегә тамамланмаған, малды 8 июлдән һуң ғына алырға мөмкин буласаҡ. Күреүегеҙсә, хужаларҙың ҡышҡылыҡҡа тип әҙерләгән бесәне лә тейелмәй шул килеш тора.

Республика башлығы нодуляр дерматит ваҡытында халыҡҡа аңлатыу, ойоштороу буйынса ярҙам күрһәткән кешеләргә рәхмәт хаттары тапшырҙы. Улар араһында төрлө тармаҡ вәкилдәре бар. Мәҫәлән, Рафиҡ Әминев Төркмән ауылы мәҙәниәт йортонда эшләй.

Беренсе Төркмән ауылында янғын һүндереү часы ла асылды, район үҙәгенән алыҫта ятҡан ауыл өсөн был бик мөһим. Төркмәндәргә яңы янғын һүндереү техникаһы ла бирелгән.

Республика башлығы билдәләүенсә, эш сәфәре һөҙөмтәле. Баймаҡ районында ыңғай үҙгәрештәр байтаҡ. Әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел. Шул уҡ үҙәк майҙанды, Иҫке сибай мәктәбен вакытында сафҡа индерелмәүе. Әммә проблемалар етди контролгә алынған һәм хәл ителә, был ике объект та быйыл файҙаланыуға тапшырыла.

Фото №1 - Баймаҡта йыл аҙағында заманса балалар поликлиникаһы файҙаланыуға тапшырыла

Рәмзиә Кәримова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ