Быйыл 4 айҙа 1 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был һан былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 10,8 процентҡа күберәк. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн ошо турала хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Быйыл республикала 2 миллион 300 мең квадрат метр торлаҡ төҙөү ҡарала. 110 мең самаһы ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшырта ала. Былтыр Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшөндә рекорд ҡуйҙы – 3 миллион квадрат метрға яҡын торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды. Йыл йомғаҡтары буйынса республика Рәсәйҙең төҙөлөш тармағында алдынғылар исемлегенә инде.







