Сибайҙа үтәсәк инвестиция форумында 15 ил вәкилдәре ҡатнашыуы көтөлә. 4 дәүләттең делегацияһы ҡатнашыуын раҫлаған да инде. Башҡортостан тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева:
Инвестиция һабантуйында 150 миллиард һумға инвестиция килешеүҙәре төҙөү планлаштырыла. Иң ҙурҙарының береһе Сибай–Һары тимер юлы төҙөлөшөнә ҡағыла. Проекттың хаҡы 90 миллиард һум самаһы. “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйы 2 июндә башлана.







