Ул ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтендә булдырылды. Операторҙар талпан ҡаҙалған осраҡта нимә эшләргә кәрәклеген аңлата, шулай уҡ лабораторияларҙың эш ваҡыты менән таныштыра. Тәбиғәткә ял итергә сыҡҡанда, дөрөҫ кейенергә кәрәк. Бөжәктәр ағаста була тип уйлаусылар яңылыша, ти биология фәндәре кандидаты Дилбәр Ҡыуатова.
Талпандан кешегә бер нисә ауырыу йоғоуы ихтимал. Медицина фәндәре докторы, профессор Марсель Тойғонов.
“Ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны: 8-800-700-90-30. Шылтыратыуҙар 27 майға тиклем иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө дүрткә тиклем ҡабул ителә.Бөжәктең зарарлымы, юҡмы икәнлеге Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә тикшерелә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 7-се йорт. Анализ һөҙөмтәһен сайтта ҡарарға була.







