Был турала бөгөн оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе. Республика башлығы шулай уҡ Баймаҡ районына эш сәфәре һөҙөмтәләре буйынса мотлаҡ тормошҡа ашырылырға тейешле пункттарҙы ла билдәләне. Улар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Баймаҡ районында «Башҡорт аты» фестивален ойоштороу, йоғошло ауырыу арҡаһында малһыҙ ҡалған 1-се Төркмән ауылы халҡына ойошҡан рәүештә мал алырға ярҙам итеү, мәктәптәрен капиталь ремонт программаһына индереү, Баймаҡ ҡалаһындағы балалар поликлиникаһын йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапышырыу.
Был бурыстар – Баймаҡҡа эш сәфәре һөҙөмтәләре. Ә иң ҡәтғи талап – Иҫке Сибайҙағы белем усағы буйынса. Ярты быуат элек төҙөлгән мәктәп 2011 йылда емерелә башлай, ике йыл элек бина һүтелә һәм балалар Сибай ҡалаһына йөрөп уҡытыуға күсерелә. Мәғариф учреждениеһы былтыр сафҡа индерелергә тейеш була, әммә төҙөлөш оҙаҡҡа һуҙыла. Әле объектҡа яңы подрядсы ойошма билдәләнгән.
Радий Хәбиров Өфөгә Көньяҡ инеү юлының да һәр миллиметрын еренә еткереп эшләргә ҡушты. Мәғлүм булыуынса, әле Салауат Юлаев проспектындағы юл үткәргестәрҙә төҙөкләндереү бара, газондар тәртипкә килтерелә, йәшелләндерелә.
Республика башлығы эш сифатһыҙ башҡарылған осраҡта ҡабул ителмәй тип белдерҙе. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда быйыл 87 километр юл һалына, 8 күпер һәм юл үткәргесе сафҡа индерелә. Юл фондын финанслау 31 миллиард һумдан ашыуға иҫәпләнгән.
Оператив кәңәшмәлә муниципаль берәмектәр өсөн коммуналь техника алыу хаҡында ла һүҙ барҙы. Быйыл ошо маҡсатта 1 миллиард 500 миллион аҡса бүленә. Сумманың яҡынса 30 проценты Өфө ҡалаһына йүнәлтелә. Торлаҡ төҙөлөш буйынса ла йылдам үҫеш күҙәтелә, күрһәкестәр былтырғы менән сағыштырғанда артҡан.
Тағы ла бер ыңғай статистика инвестициялар йәлеп итеү менән бәйле. Үткән йыл менән сағыштырғанда күрһтәкес 25 процентҡа күтәрелгән, Башҡортостан иҡтисадына 70 миллиард һум аҡса йәлеп ителгән.
Рәмзиә Кәримова




