Үзбәкстанда Башҡортостандың иҡтисади һәм инвестиция потенциалының презентацияһы үтәсәк

Республика башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация Үзбәкстан хакимиәте, эшҡыуарлыҡ берләшмәһе һәм башҡорт диаспораһы менән осрашасаҡ. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

Зөлфиә Рәхимова Үзбәкстанда 33 йыл йәшәһә лә, тыуған яғын онотмай. Башҡортостанға ял итергә, классташтары менән осрашырға ҡайта. Өфөнөң 20-се гимназияһын тамамлаусы ханым балалары һәм ейәндәре башҡорт телен һәм мәҙәниәтен онотмаһын өсөн Ташкентта ҙур эш башҡара.

Үзбәкстанда 30 мең самаһы яҡташыбыҙ йәшәй. Улар өсөн төп саралар даими рәүештә башҡорт йәмәғәт-мәҙәни үҙәгендә үткәрелә. Быйыл ойошма үҙенең 30 йыллығын билдәләй.

Үзбәкстан – күп милләтле ил. Халыҡтар дуҫлығының символы булып Шаахмед Шамахмудов менән уның ҡатыны Бәхри Әкрәмованың һәйкәлдәре тора. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, тимерсе булып эшләгән ғаилә төрлө милләтле етем ҡалған 15 баланы ата-әсәле итә. Һуңынан тағы өс сабыйҙы тәрбиәгә ала.

Ташкент үҙәгендә Халыҡтар дуҫлығы һарайы эргәһендә урынлашҡан күп балалы ғаиләнең монументына сәскә һалынды. Башҡортостанда тыуып-үҫеүселәр яҡташтары менән осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтә. Тиҫтәләрсә йыл Үзбәкстанда йәшәһәләр ҙә, тамырҙарын онотмайҙар, ә милләтәштәрҙе ҡаршы алыу ҙур байрамға әүерелә.

Башҡорт тирмәһе – төп ғорурлыҡ. Тап бында яҡташтар бергә йыйылып, ҡунаҡтарҙы башҡорт ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары менән таныштыра. Тирмә эсендә күрһәтелгән экспонаттар ҙа уникаль. Мәҫәлән, ҡулдан һуғылған балаҫтарға 100 йылдан ашыу.

Бөгөн кис «Төркистан» мәҙәниәт һарайының концерт залында сағыу тамаша көтөлә. Унда Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы менән Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҙур байрам концерт программаһын күрһәтәсәк. Сығыш яһарға ата-әсәләренән башҡорт йыр-бейеүҙәрен өйрәнгән балалар ҙа әҙерләнә.

Фото №1 - Үзбәкстанда Башҡортостандың иҡтисади һәм инвестиция потенциалының презентацияһы үтәсәк

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ