Уҙған тәүлектә йәнә 60 кеше коронавирус йоҡторған

Стационарҙарҙа әле 160 пациент, уларҙың 29-ы ауыр хәлдә, тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаларына тоташтырылыусылар юҡ. Амбулатор шарттарҙа 500-ҙән ашыу кеше дауалана, үлем осраҡтары теркәлмәгән.

Коронавирусҡа ҡаршы яһалма иммунитет булдырыу саралары дауам итә. 13-нән 15 майға тиклем 16 меңдән ашыу кеше прививка ҡаҙатҡан. Шулай уҡ 500 мең самаһы кеше ревакцинация эшләткән. Республика СПИД үҙәгендә вакцинациялау пункты 2021 йылдың февраленән алып эшләй. Әлеге көнгә тиклем унда биш мең ярымдан ашыу кеше ковидҡа ҡаршы прививка яһатҡан.

Гүзәл Ғәбитова, СПИД һәм инфекция ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең бүлек мөдире

2021 йылдың ғинуарынан алып коронавирустан күләмле вакцинациялау башланғайны. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә коллектив иммунитет булдырыу өсөн күсмә прививка пункттары эшләне. Улар сауҙа үҙәктәрендә, төрлө учреждениеларҙа урынлашты. Әле күсмә пункттарға ихтыяж юҡ. Шуға күрә ревакцинацияны ярты йылға бер йәшәү урыны буйынса дауаханала үтергә мөмкин.

Фото №1 - Уҙған тәүлектә йәнә 60 кеше коронавирус йоҡторған

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ