Студенттар республика предприятиеларында стажировка үтә

Был «Ворлдскиллс» Рәсәй милли хәрәкәте сиктәрендә мөмкин булған.

Башҡортостан һанлы үҫеш дәүләт идаралығы министрлығы ярҙамында төбәк компаниялары студенттарҙы 17 айти йүнәлеш буйынса практикаға саҡыра. Тәҡдим ителгән 25 урында 20 студент үҙен һынап ҡараған. Йәштәрҙе чемпионатҡа әҙерләүҙә әйҙәүсе компаниялар ҡатнашҡан.

Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжынан ике студент  Хәүефһеҙлек системалары инженер үҙәгендә яңы һөнәрҙәрҙең береһен үҙләштергән. Предприятиеларҙы Интернет киңлегендә  хакерҙар һөжүменән һаҡлау  буйынса улар белемен арттырған. Милли чемпионатта заманса йүнәлеш буйынса улар яҡшы һөҙөмтәгә ирешеүгә ышаныс белдерә.

Беҙҙең ойошма заказсы предприятиеларға мәғлүмәти хәүефһеҙлек тәьмин итә. Донъялағы һуңғы ваҡыттағы ваҡиғаларға бәйле был бигерәк тә көнүҙәк. Башҡортостанда был йүнәлештәге беҙ берҙән- бер компания. Студенттарҙы эш үҙенсәлектәренә мин өйрәттем.

Ярослав Соловьев, мәғлүмәт хәүефһеҙлегенә мониторинг һәм оператив булышлыҡ итеү үҙәгенең бүлек етәксеһе

Эш оҡшаны. Чемпионатҡа әҙерлектә үҙемә яҡшы тәжрибә алдым. Уҡып бөткәс, ошондай системала хеҙмәткә урынлашырға теләр инем.

Святослав Игнатьев, Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы студенты

Студенттар ойошмаларҙа компетенцияларын арттыра, ғәмәли тәжрибә туплай һәм «Ворлдскиллс» Рәсәй  чемпионатында еңеүгә этәргес ала. Чемпионатта 16 йәшкәсә уҡыусылар һәм 16 йәштән 25 йәшкәсә студенттар 150 компетенция буйынса ҡатнаша. Былтыр сараның финалы Өфөлә уҙҙы.

Фото №1 - Студенттар республика предприятиеларында стажировка үтә

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ