Ишембай районының 8 ауыл биләмәһе «Айыҡ ауыл» конкурсының муниципаль этабында ҡатнашты

Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Һарғай ауылы еңеү яуланы. Урындағы халыҡ сәләмәт йәшәү рәүеше пропагандаһы алып бара, төрлө мәҙәни-спорт сараларында әүҙем ҡатнаша. Яңыраҡ берҙәм көс менән биләмәлә «Бәпес ҡоймағы» байрамы ла ойошторолдо. Театрлаштырылған тамашаны беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте.

Ишембай районы Һарғай ауылы халҡы башҡорт халҡының иң матур йолаларының береһе – Бәпес күреү йолаһын күрһәтте. Театрлаштырылған тамашала яңы тыуған сабыйға изге теләктәр әйтелде, ауыл ағинәйҙәре йәш ата-әсәгә бүләктәр тапшырҙы

Донъяға яңы ауаз һалған бала - ауылдың киләсәге бар тигәнде аңлата. Байрамға саҡырылған ҡунаҡтар ҙа сәхнәләштереүҙе  ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте, ауыл халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Байрам сиктәрендә ауылдың уңған хужабикәләре тарафынан ҡоймаҡтың ниндәйе генә ҡойолмағайны... Сөсөһө, әсеһе, ҡалыны, йоҡағы, төҫлөһө, селтәрлеһе, тарыныҡы - һанап бөткөһөҙ. Байрам һуңында һәр кем тирмәгә инеп, тәмле ризыҡтан ауыҙ итте.

Һарғайҙа егәрле, эшһөйәр кешеләр йәшәй. 2017 йылда мәсет сафҡа индерелһә, былтыр берҙәм халыҡ «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһында ҡатнашып, сираттағы еңеү яуланы. Үҙәк урамдағы юлға асфальт һалынды, балалар майҙансығы төҙөлдө. Биләмәлә йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү, уларҙы йәш быуынға еткереү йәһәтенән дә ҙур эштәр башҡарыла.

 Иң мөһиме: сәләмәт тормош пропагандаһы алып барыла. Һарғайҙар «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ла лайыҡлы сығыш яһарға иҫәп тота.

Фото №1 - Ишембай районының 8 ауыл биләмәһе «Айыҡ ауыл» конкурсының муниципаль этабында ҡатнашты

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ