Етегән яңынан атыла йәки ижади коллектив йәнә – сәхнәлә

Ун йыллап тынлыҡтан һуң, Әбйәлил районында «Етегән» төркөмө ҡабат тергеҙелеүе тураһында хәбәр итте. Ошо уңайҙан улар гастролгә сыҡты. Бөгөн коллектив ауылдар буйлап сығыш яһай. 2000 йылдар башындағы популяр төркөм тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

2000 йылдар башында яҙылған йыр әлегәсә «Юлдаш» радиоһы тулҡындарында. Уларҙың музыка донъяһында үҙ йүнәлеше. Тыңлаусы «Етегән» төркөмөнөң йырын тәүге нотаһынан уҡ танып-белә, ҡушылып йырлай ала. «Аҡ ҡайын»ды бигерәк тә.

Оҙайлы тынлыҡтан һуң, «Етегән»дәр йәнә сәхнәгә сыҡты. Улар араһында тамашасы танып-белгән тәүге составтан булыусылар ҙа бар. Әле ижади төркөмдөң ҡабат тергеҙелеүенә бәйле үткән концертты ишетеп-белгән тамашасы мәҙәниәт йортона кемуҙарҙан ағыла. Танһыҡ көй-моңдарға һыуһағандар бер урында түҙеп ултыра алмай, сәхнә алдына бейергә тартыла.

Төркөмдөң тарихы 1999 йылдан башлана. Әбйәлил егеттәре Илдар Ғәлимов менән Рәзиф Килдейәров «Аҡ юл» исемле коллектив төҙөп, йырҙар ижад итә башлай. Тора-бара төркөм биш кешегә артып «Етегән» исемен ала. Теүәл бер йылдан 12 йырҙан торған тәүге альбом донъя күрә.

Тап халыҡ һорауы буйынса «Етегән» төркөмө ҡабат тергеҙелә лә инде. Әлеге ваҡытта уларҙың Әбйәлил районы буйлап гастролдәре бара. Концерт үткән һәр мәҙәниәт йортонда ултырыр түгел, баҫып торор урын ҡалмай.

Ижади коллективтың «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми төркөмө аша ла республика халҡы үҙ район-ҡалаһына саҡырыусылар күп. Яҡын арала етегәндәр Урал аръяғы буйлап сәфәргә юлланып, көҙ Өфө сәхнәһендә сығыш яһарға иҫәп тота. Тимәк, танһыҡ йырҙар менән бергә, яңы композициялар ҙа яңғыраясаҡ әле.

Фото №1 - Етегән яңынан атыла йәки ижади коллектив йәнә – сәхнәлә

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ