«Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған сарала Хәйбулла, Әбйәлил һәм Йылайыр райондары ҡатнашты. Байрам тантаналы рәүештә асылғандан һуң, ҡунаҡтар кәсепселәр күргәҙмәһе менән танышты.
«Сайыр» музейы мәҫәлән, бөгөнгә тиклем ил кимәлендәге берҙән-бер музей иҫәбендә. Ул боронғо халыҡ кәсебен йәш быуынға еткереү маҡсатын ҡуя. Сара сиктәрендә традицион башҡорт янынан атыу буйынса турнир ҙа ойошторолдо.
Ярышҡа килгән 50-ләп уҡсы «Һыбайлы», «Тере һыу», «Йәйләү атышы» кеүек айырым дистанцияларҙан торған этаптарҙа көс һынашты. Ҡатнашыусылар ярыш талаптарына ярашлы, милли кейемдәрҙә сығыш яһаны. Еңеүселәргә бағыусылар әҙерләгән бүләктәр тапшырылды.
Азат Ғәлиуллин







