“Тыуған еребеҙҙән ситтә булһаҡ та, әсә телен, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе онотмайбыҙ, уны һаҡлау өсөн тырышлыҡ һалабыҙ”, - ти Үзбәкстан башҡорттары. Ташкент ҡалаһында башҡорт йәмәғәт үҙәге булдырылған. Быйыл ул 30 йыллығын билдәләй. “Балаларҙы һәм ейәндәрҙе милли рухта тәрбиәләйбеҙ”, - ти Зөлфиә Рәхимова, Финә Нәбиева һәм Фәриҙә Ғәйфуллина.
Башҡортостан вәкилдәренең Үзбәкстанға эш сәфәре дауам итә. Рәсми делегацияны республика башлығы Радий Хәбиров етәкләй. Эшҡыуарҙар һәм башҡорт диаспораһы менән осрашыу ҡаралған. Шулай уҡ Башҡортостандың иҡтисади һәм инвестиция мөмкинлектәре менән таныштырыу сараһы үтә.







