Үзбәкстан башҡорттары рухи тамырҙарын онотмай

Урта Азия республикаһында 30 мең самаһы милләттәшебеҙ йәшәй. “Башҡортостан делегацияһын ҡунаҡҡа көтәбеҙ. Уларҙың Үзбәкстанға килеүе ҙур шатлыҡ. Яңы башланғыстарға нигеҙ һалыныр, бәйләнештәр тағы ла нығыныр”, - ти урындағы башҡорт ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Рәлиә Ҡәрипова. “Ҡунаҡтарҙы тирмә ҡороп ҡаршылайбыҙ, ул беҙҙең асылыбыҙҙы күрһәтеп тора. Күргәҙмә лә ойошторҙоҡ”, - ти ул.

Үзбәкстан башҡорттары рухи тамырҙарын онотмай

Был көндәрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары ла Үзбәкстанда сығыш яһай. “Концертҡа балаларыбыҙ менән барабыҙ. Халыҡ моңона һәм бейеүҙәренә һыуһаныҡ. Тыуған илбеҙҙән алыҫта булһаҡ та, башҡорт мәҙәниәтен онотмайбыҙ, оноттормайбыҙ”, - ти Ташкент ҡалаһында йәшәгән Гөлнәзирә Вәлитова.

Үзбәкстан башҡорттары рухи тамырҙарын онотмай
Фото №1 - Үзбәкстан башҡорттары рухи тамырҙарын онотмай
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ