Сәнәғәт, ауыл хужалығы, туризм һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек юлдары Радий Хәбиров менән Ҡарағалпаҡстандың Юғары советы рәйесе Морат Камаловтың осрашыуында барланды.
Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, ике республиканы туғандарса мөнәсәбәтәр бәйләй. Ике халыҡтың тел һәм традициялары ла уртаҡ. Сирек быуат элек Башҡортостан менән Ҡарағалпаҡстан араһында иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлә. Һәм был бәйләнештәрҙе әле яңы кимәлгә күтәреү мөмкинлеге бар, тине Радий Хәбиров.
Ҡарағалпаҡстанреспубликаһы Башҡортостанға кизе-мамыҡ, трикотаж әйберҙәр, емеш-еләк, йәшелсә һәм башҡа аҙыҡ -түлек төрҙәрен индермәксе.
Айнур Кәбиров




