Башҡортостан Милли музейы Үзбәкстан тарих музейы менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Эш сәфәре сиктәрендә Радий Хәбиров Ҡарағалпаҡстандың Нукус ҡалаһында Игор Савицкий исемендәге музейҙа ла булды.

Музей 1966 йылда совет рәссамы, этнограф Игорь Савицкий тәҡдиме менән асылған. Бында рус һәм төрки донъяһы авторҙарының аванград стилендә ижад ителгән һынлы сәнғәт өлгөләре, ҡарағалпаҡтарҙың  ҡул эштәре, Боронғо Хорезмдың археология ҡомартҡылары урын алған.

Белгестәр фекеренсә, музейҙа Урта Азиялағы иң бай коллекция тупланған, экспонаттар һаны 90 меңдән ашыу. Мәҙәни учреждение ЮНЕСКО менән берлектә ойошторолған «Хорезмдың алтын ҡуласаһы» туристик маршрутына инә. Радий Хәбиров музейҙа экспозициялар менән танышты, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Александр Бурзянцевтың картиналары ҡуйылған залды ҡараны.

Фото №1 - Башҡортостан Милли музейы Үзбәкстан тарих музейы менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ