Башҡортостанда 18-се һәм 25 майҙа спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы төбәктә Һуңғы ҡыңғырау көндәрен раҫланы. Уҡыу йылы тамамланыу айҡанлы саралар 9-сы класс уҡыусылары өсөн 18 майҙа, ә 11-се синыфтар өсөн 25-дә үтә.

Традицион рәүештә Һуңғы ҡыңғырау көнөндә республикала алкоголь һатыу сикләнә. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Констан Толкачев әйтеүенсә, спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу 27 июнь – Йәштәр көнөндә һәм Һабантуй байрамында ла ғәмәлдә була.

Фото №1 - Башҡортостанда 18-се һәм 25 майҙа спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ