Бөгөн Өфөлә алданған өлөшсөләргә фатир асҡыстары тапшырылды. «Капитал-Хаус», «Спектр», «Диал», «Регион-Сервис», «Диана-Трейд», «Артемида» һәм «СтройПроект центр» намыҫһыҙ компанияларынан алданған 24 кешенең торлаҡ мәсьәләһен «Ағиҙел-инвестстрой» компанияһы хәл итә. Өй туйлаусылар менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева таныштыра.
Бәхет асҡыстары бөгөн алты кешегә тапшырылды. Егерме йылға яҡын көткән көн. Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министрлығы менән инвестор араһындағы килешеү нигеҙендә алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтары тергеҙелгән. Алданған өлөшсөләрҙең проблемаһын Филүс Ишбулатов етәкселегендәге «Ағиҙел- инвестстрой» компанияһы үҙ иңенә алған.
Кузнецовтар ғаиләһен 17 йыл элек «Регион- Сервис» төҙөлөш компанияһы төп башына ултыртҡан. Фатир төҙөлөшөнә һалған бер миллион биш йөҙ мең һум аҡсалары елгә осҡан. Ә Дим биҫтәһендә һалынасаҡ күп ҡатлы йорт нигеҙ өсөн ҡаҙылған соҡор кимәленән күтәрелмәгән. Ғаиләгә тәүҙә төҙөүсе компания менән, ә һуңынан үҙҙәренең ысынлап та, алданған өлөшсө икәнен иҫбатлау өсөн тиҫтәләрсә суд ултырышында ҡатнашырға тура килгән.
Ул ваҡытта саҡ өйләнешкән ғаиләгә ипотекаға башҡа урында фатир һатып алыуҙан башҡа сара ҡалмаған. Бөгөн улар, ниһайәт, хыялындағы фатирға эйә булды.
Генерал Ишбулатов урамындағы йорттоң етенсе ҡатында иһә Валерий Шаһаповтың балалары йәшәйәсәк. Валерий Шаһаповтың күңеле лә бөгөн күктең етенсе ҡатында тип әйтеү бер ҙә артыҡ булмаҫ. Сөнки ул был бәхетле сәғәтте 18 йыл көткән. Ғаилә улына тип төҙөләсәк йорттан фатир алыуға аҡса һалған. «Регион – Сервис»-ҡа бер миллион ике йөҙ мең һум аҡса индереп өлөгөргәндәр. Төҙөүсе үҙен банкрот итеп иғлан иткән.
Валерий Шаһаповтың улы өйләнеп ике балалары тыуған, яңы торлаҡҡа улар ремонт яһағас та күсенәсәк.
Яңы фатирҙар Дим биҫтәһендәге «Белые росы» торлаҡ комплексында. Балалар баҡсаһы, мәктәп һәм башҡа инфраструктура бар. Алданған өлөшсөләрҙең проблемаһын хәл итеүсе төҙөүсе компанияларға Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы тарафынан ер ҡуртымға биреү, килешеүҙәр төҙөү кеүек ҡатмарлы процестар үткәрелмәй генә, йәғни һатыулашмай бирелә.
Йыл башынан Башҡортостанда 1 мең алданған өлөшсө проблемаһы хәл ителгән. Исемлектә тағы 2 мең 9 йөҙ кеше иҫәпләнә.
Рәмилә Исмәғилева




