Ишембайҙа Үҙәк паркты төҙөкләндереү проекты раҫланды

Башҡортостандың ҡала-ҡасабаларын үҫтереү институты белгестәре урындағы халыҡты ял майҙанында ниндәй үҙгәрештәр көтәсәген күрһәтте. Проектҡа ярашлы, ял паркында уйын һәм спорт майҙансыҡтары, скейт-парк һәм рәссамдар өсөн плэнер урыны булдырыу, биләмәне төрлө быуын кешеләре өсөн 4 зонаға бүлеү көтөлә.

Архитекторҙар ниәте буйынса, йүгереү юлдары Ағиҙел һәм Тәйрүк бормаларын хәтерләтәсәк, ә паркта юрматы ырыуы билдәһе - аҡ талдар ултыртыласаҡ. Май аҙағында проект конкурсҡа ебәреләсәк.

Паркта булған ыласын статуяһын үҙгәртергә тигән ҡарарға килдек. Мин өс эскиз тәҡдим иттем. Уларҙың икәүһе классик варианта, таштан булырға тейеш. Өсөнсөһө замансараҡ төҙөлгән, был полигональ скульптура. Мин классик вариантты үҙ итәм.

Илнур Ильясов, скульптор, рәссам
Фото №1 - Ишембайҙа Үҙәк паркты төҙөкләндереү проекты раҫланды

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ