Өфөлә Халыҡтар дуҫлығы йортонда баш ҡала ветерандар советы менән республикала йәшәгән милли диаспоралар вәкилдәре осрашыуы үтте. Халыҡтар дуҫлығы йорто менән баш ҡала ветерандар ойошмаһы 9 йыл дауамында тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Был юлы осрашыу Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналды.
Сарала ҡатнашыусылар Еңеү яҙының элекке Советтар Союзы биләмәләрендә йәшәгән халыҡтарҙың уртаҡ ҡаҙанышы булыуын билдәләне.
Гөлдәриә Йосопова







