Телеграм мессенджерында махсус каналдар булдырылған. Республикалағы ун медицина округы өсөн айырым чат эшләй. Унда медицина белгестәренә һорауҙар бирергә була. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бүлек етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Гөлнара Әлиева аңлатма бирә.
Телеграмда “Сәләмәтлек чаты” эш көндәрендә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Каналдар адресын Һаулыҡ һҡлау министрлығы сайтында табырға була.







