Дәүләт һәм туған телдерҙе һаҡлау һәм үҫтереү, мәҙәниәт, мәғариф, фән, матбуғат, спорт, йәштәр сәйәсәте, шулай уҡ республиканан ситтә башҡорт телен үҫтереү буйынса проекттар тәҡдим итергә була. Конкурста коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша. Уҙған йылда “Республика” блок-тур проекты Башҡортостан башлығы грантына лайыҡ булды. Ул Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды һәм Ғәзиз Әлмәхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты менән берлектә тормошҡа ашырылды. Блог турҙа башҡорт һәм татар блогерҙары ҡатнашты. Уларға республиканың төрлө матур урындары буйлап сәйәхәт ойошторолдо, ти Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды белгесе Наҙгөл Ҡасимова.
Башҡортостан Башлығы грантына документтар грантыглавы102.рф сайтында 30 майға тиклем ҡабул ителә. Конкурс бюджеты 50 миллион һум менән баһалана.







