Башҡортостанда Үзбәкстан келәмдәре һатыла башлауы ихтимал

Ә төбәк халҡы өсөн ҡояшлы республикаға яңы туристик маршруттар асыласаҡ. Үзбәкстанға эш сәфәре барышында Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Сәмәрҡәнд ҡалаһында ла булды.

Ҡунаҡтар Урта Азияла һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәрендә келәм һәм келәм изделиелары етештереүсе иң эре предприятиеларҙың береһенең эшмәкәрлеге менән танышты. Бөгөн бында еп сығарыусынан алып, келәм продукцияһы төргәгенә тиклем бар процестар ҙа фабриканы үҙендә ғәмәлгә ашырыла.

Келәмдәр юғары сифатлы һәм экологик таҙа сеймал һәм материалдар ҡулланылып, юғары технологиялы Бельгия, Германия һәм Швейцария ҡорамалдарында баҫыла. Башҡортостан делегацияһы әҙер продукцияларҙың сифатын юғары баһаланы. Радий Хәбиров Башҡортостанда ла Үзбәкстан келәмдәренә ихтыяж ҙур буласағын билдәләне.

Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында эшҡыуарлыҡ өлкәһендә хеҙмәттәшлек яйға һалынған. Әммә ул тулы ҡеүәтенә эшләмәй. Атап әйткәндә, ауыл хужалығы, фән, мәғариф һәм туризм өлкәләре, тине Радий Хәбиров. Ошо һәм башҡа мәсьәләләр Башҡортостан делегацияһының Сәмәрҡәнд өлкәһе хакимиәте вәкилдәре менән осрашыуында тикшерелде.

Урындағы хакимиәт башлығы Эркинджон Турдинов төбәктең Башҡортостандан килгән туристарҙы көнсығыш гәүһәрҙәре менән таныштырырға әҙер булыуын билдәләне.

Фото №1 - Башҡортостанда Үзбәкстан келәмдәре һатыла башлауы ихтимал

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ