Башҡорт нефтенә туҡһан йыл!

Тәүге «ҡара алтын» фонтаны 1932 йылда Ишембай районынында урғылып сыға. Әһәмиәтле дата уңайынан Ишембай боҙ һарайында хоккей буйынса иптәштәрсә матч үтте.

Уйын «Башнефть – Добыча» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «702» хоккей клубы һәм Ишембай районы муниципаль районы хакимиәтенең «Торатау» командалары араһында барҙы. Көсөргәнешле бәйге һөҙөмтәһендә матч 12:4 иҫәбе һәм «702» хоккей клубы еңеүе менән тамамаланды.

Байрамды йыл һайын 16 майҙа билдәләйбеҙ. Был беҙҙең һөнәри байрам. Матч иһә йыл һайын ойошторола. Кәйефтәр күтәренке. Еңер өсөн генә килдек.

Валерий Горбатов, «Башнефть – Добыча» ойошмаһының Ишембай бүлеге етәксеһе
Фото №1 - Башҡорт  нефтенә  туҡһан  йыл!

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ