Ташкент ҡалаһына сәфәр барышында Радий Хәбиров Үзбәкстан Премьер-министры Абдулла Арипов менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы. Яҡтар сауҙа-иҡтисади, мәҙәниәт һәм гуманитар хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Дәүләт башлыҡтары араһындағы ышаныслы мөнәсәбәттәр ярҙамында Үзбәкстан – Рәсәй дуҫлығы нығый һәм яңы динамикаға ирешә. Айырыуса төбәк-ара хеҙмәттәшлек оло әһәмиәткә эйә. Абдулла Арипов билдәләүенсә, Үзбәкстан менән Башҡортостан араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте, сәнәғәт кооперацияһын, мәҙәни-гуманитар бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн ике яҡтан да ҡыҙыҡһыныу ҙур.
Радий Хәбиров республика делегацияһын ихлас ҡабул иткәне өсөн үзбәктәргә рәхмәт белдерҙе. «Бында Башҡортостан бизнесының 96 вәкиле килгән. Улар Үзбәкстандағы коллегалары менән БИ ИКЕ БИ форматында осрашыуҙар уҙғара һәм килешеүҙәр төҙөй», – тине Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы шулай уҡ «Ныҡлыҡҡа мәҙхиә» мемориаль комплексына сәскәләр һалды. Яу яланында үҙенең биш улын юғалтҡан Зөлфиә Закирова иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет халҡының батырлыҡ һәм уның фашизмдан азатлыҡ өсөн көрәш символы. Артабан Радий Хәбиров Ташкент хакимы оҙатыуында Еңеү Паркы һәм Дан музейы менән танышты.




