Белем усаҡтарында – «Һуңғы ҡыңғырау»

Бөгөн туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн мәктәп менән хушлашыу тантаналары үтте. Шулай уҡ бөгөн сығарылыш дәүләт имтихандары башланды. Йәштәр туған әҙәбиәттән һынау тотто. «Һуңғы ҡыңғырау» уңайынан бөгөн республикала спиртлы эсемлектәр һатыу тыйылған. Баймаҡ районы уҡыусыларының байрам тантанаһынан БЮТ каналының киләһе репортажы. 

Быйыл райондың 40 мәктәбендә сығарылыш класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай. Ҡаланың 4‐се лицейын 87 уҡыусы туғыҙынсы класты тамамлай. Ҡыңғырау сыңы – бер аҙ моңло ла, шатлыҡлы ла ваҡиға. Уҡыусылар иң ғәмһеҙ мәл – бала саҡ менән хушлаша. Алда уларҙы тәүге етди һынауҙар – дәүләт имтихандары көтә.

Лицей уҡыусылары һәр ваҡыт төрлө республика, Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа беренсе урындарҙы яулай. Районда үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡайһы бер туғыҙынсылар өсөн был ысынлап та һуңғы ҡыңғырау, сөнки улар имтихандарҙан һуң урта һөнәри белем биреү учреждениеларына юллана.

Был миҙгелдә Баймаҡ районы мәктәптәрен барлығы 720 уҡыусы тамамлай. 18 майҙа уҡ 9-сы кластар өсөн тәүге имтихандар башланды. Улар туған телдән һынау тотто. 

Фото №1 - Белем усаҡтарында – «Һуңғы ҡыңғырау»
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ