Изге эштә Ырымбур өләкһенән дә ҡунаҡтар ҡатнашҡан. Район хакимиәте вәкиле Данил Акилов белдереүенсә, төҙөлөш өмә менән башҡарыла. Бинаның ҙурлығы 50 квадрат метрҙан ашыу була. Иман йортон көҙгә файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйбеҙ, ти ул.
Үрге Бабаларҙа 1917 йылғы революцияға тиклем мәсет була. Яңы иман йорто уның урынына һалына.







