Акция илдең бөтә төбәктәрендә ойошторола. Республика баш ҡалаһында ике меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә. Улар, 1, 5,10, һәм 21 километрға йүгерә. Өфөлә ярым марафонды ойоштороусы Влад Литвинчук һөйләй.
Ярым марафонда ҡатнашыусыларҙы теркәү тамамланды. Әммә онлайн йүгерергә лә мөмкин.
Ярым марафон был йәкшәмбе уҙғарыла, сәғәт 11-ҙә старт бирелә. Акция барышында Өфөнөң үҙәк өлөшөндә урамдар ябыла.







