Бөгөн республикала Ғаилә аҙналығы тамамлана

Уның барышында ойошторолған саралар теҙмәһен юлдағы именлеккә арналған акция йомғаҡлай. Бөгөн автоинспекторҙар “Ғаилә” үҙәктәре белгестәре менән бергә ҡала һәм ауыл урамдарында рейд үткәрә. Юл полицияһы водителдәргә балаларҙы автомобилдә йөрөтөү ҡағиҙәләрен аңлата. Акция барышында йәйәүлеләргә, шулай уҡ велосипедта һәм самокатта йөрәгән балаларға ла кәңәштәр бирелә. “Ата-әсәләр хәүефһеҙлек мәсьәләһенә иғтибарлы булһын”, - ти автоинспектор Линар Зиннуров.

Бөгөн республикала Ғаилә аҙналығы тамамлана
Фото №1 - Бөгөн республикала Ғаилә аҙналығы тамамлана
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ