Ул бөгөн һәм иртәгә Бөрө ҡалаһында ойошторола. Фестивалдә 12-се быуаттағы славян халыҡтары йолалары, 17-се быуат аҙағында дәүләт һәм хәрби хеҙмәттә булыусыларҙың тормошо, 18-се быуаттағы башҡорт йәйләүҙәрендәге көнкүреш менән танышырға мөмкин була. Халыҡ кәсептәре өлгөләре, боронғо уйындар күрһәтелә. "Любизар" хәрби-тарихи клубы идара рәйесе Илдар Шәйәхмәтов белдереүенсә, тарихты өйрәнеүҙә, йәштәргә дөрөҫ тәрбиә биреүҙә бындай фестивалдәрҙең әһәмиәте ҙур.
"Ваҡыт йылғаһы" фестивале алтынсы тапҡыр ойошторола, тамаша ҡылыусыларға түләргә кәрәкмәй.







