1 сентябрҙән директор урынбаҫарының тәрбиәүи эштәр буйынса кәңәшсеһе тигән вазифа булдырыла

Был турала бөгөн журналистар менән осрашыуҙа Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе. Педагог та, мәғариф учреждениеһын тамамлаған элекке уҡыусы ла тәрбиә буйынса кәңәшсе була ала. “Бының өсөн уҡыусылар менән уртаҡ тел таба алыу һәм лидерлыҡ сифаттары булыу мотлаҡ”, - ти ведомсто етәксеһе.

1 сентябрҙән директор урынбаҫарының тәрбиәүи эштәр буйынса кәңәшсеһе тигән вазифа булдырыла

Тәрбиә буйынса кәңәшсе вазифаһы Башҡортостанда 1 меңә 300 мәктәптә һәм 96 колледжта булдырыла. Проектта ҡатнашыусылар исемлегендә Өфө күп профилле һөнәри колледжы ла бар. Тәрбиә буйынса яңы йүнәлеш юғары һөҙөмтә бирәсәк, тигән фекерҙә колледж директоры Сынтимер Баязитов.

1 сентябрҙән директор урынбаҫарының тәрбиәүи эштәр буйынса кәңәшсеһе тигән вазифа булдырыла

Тәрбиә буйынса кәңәшсе вазифаһына конкурс дауам итә. Ғаризалар 1 июнгә тиклем ҡабул ителә.

Фото №1 - 1 сентябрҙән директор урынбаҫарының тәрбиәүи эштәр буйынса кәңәшсеһе тигән вазифа булдырыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ