Өфөләге Йылыкүл төбөндә автомобиль

Ҡотҡарыусылар транспорт сараһын ярға сығарҙы. Уның кемдеке икәнлеге лә билдәһеҙ. Автомашина һыу төбөндә кәм тигәндә бер йыл ятҡан. Водолаздар фаразлауынса, уйынсыҡты пляжда ата-әсәһе менән ял иткән бала юғалтҡан.

Уйынсыҡ автомобиль күл төбөндә табылған – иң хәүефһеҙ әйбер. Ғәҙәттә һыу аҫтына өлкәндәр шаярған «уйынсыҡтар», шешәләр йә башҡа сүп-сар төшөп ята. һыу инеү миҙгеле башланыуы алдынан ҡотҡарыусылар бар пляждарҙы ла таҙартып сыға.

Түләүле пляждарҙа ғәҙәттә таҙараҡ була. Халыҡ та тәртиплерәк, хужалар ҙа һыу төбөн таҙа тоторға тырыша. Бында, мәҫәлән, башлыса ҡабырсаҡтар табылды. Ә әҙерләнмәгән ял итеү урындарында халыҡҡа түгел, ҡотҡарыусыларға ла һыуға инеү хәүефле.

Алексей Якунин, Өфө ҡалаһының эҙләү- ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәре

Быйыл ҡотҡарыусылар Өфө халҡына 10 рәсми эшләйәсәк пляж әҙерләй. Водолаздар 17 майҙан алып 6 һыу ятҡылығында ял итеү урындарын таҙартҡан. Ял итеү мәле күңелһеҙ тамамланмаһын өсөн әленән үк әҙерләнеү хәйерлерәк, ти ҡотҡарыусылар. Сөнки берәй хәл теркәлгән осраҡта  барыбер беҙҙе саҡыралар ти, ҡотҡарыусылар.

Ағым һыу ғәҙәттә тәбиғи шарттарҙа  бысрай. Яҙғы ташҡында ағас тамырҙары ағып килә, таштар ҡуҙғала, сүп-сар ҙа күсенеп йөрөй. Ә бына күлдәр бысраныуы башлыса кеше факторына бәйле. Шуға күрә ял итеүсе халыҡ үҙе лә аңлы булһа ине.

Яна Калинина, Өфө ҡалаһы граждандарҙы яҡлау идаралығының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе
Фото №1 - Өфөләге Йылыкүл төбөндә автомобиль

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ