Росреестрҙың Башҡортостан идаралығында республиканың баҡсасылыҡ ширҡәттәре вәкилдәре осрашты

Ултырышта баҡса участкаларын кадастр иҫәбенә теркәүҙе  еңелләштереү һәм башҡа хоҡуҡи мәсьәләләр ҡаралды.  Баҡсасылыҡ ширҡәттәре менән бәйле һорауҙарҙы хәл итеү өсөн быйыл республика ҡаҙнаһынан 98 миллион һум аҡса бүленгән.

Был сумманың бер өлөшө биләмәләрҙе электр энергияһы менән тәьмин итеү, икенсеһе  юл инфраструктураһын тәртипкә килтереүгә  йүнәлтелә. Баҡсасылар һаны буйынса Башҡортостан илдә етенсе урында тора. Республикала 300 меңдән ашыу кешенең баҡсаһы бар.

Фото №1 - Росреестрҙың Башҡортостан идаралығында республиканың баҡсасылыҡ ширҡәттәре вәкилдәре осрашты

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ