Ҡыйыҡтағы ҡыйыҡ хәл. Өфө ҡалаһы Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы 14-се йортта йәшәүселәр түбәнән һыу ағыуына зарлана. Проблема тиҫтә йылдарға һуҙылғас, улар төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт иткән. Уның һөҙөмтәһе ни өсөн юҡ? БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.
Екатерина ҡыйыҡтан һыу ағыуын инде ун йыл тирәһе туҡтата алмай. Фатирында ремонт эшләп тә ҡарай, әммә бар эш яҙ килгән һайын юҡҡа сыға. Былтыр декабрҙә ул аш бүлмәһенең түбәһен аҡлаған, февралдә үк был эштең әҫәре лә ҡалмаған.
Был хәл йорттоң бишенсе ҡатындағы һәр фатирҙа тиерлек ҡабатлана. 13-сө фатирҙы ҡуртымға алып йәшәүсе Анастасияға ла ямғыр яуған һайын тас тотоп йөрөргә тура килә.
Һуғыш балаһы Ралина Кашапова бында йорт һалынғандан бирле йәшәй. Ике бетон араһынан гел ямғыр үтеп тороуынан һуң тарттырмалы түшәм эшләткән. Һыу барыбер юлын таба, люстра буйлап ағып төшә, ти ханым. Шуға күп ваҡыт, ҡурҡышынан электр утын тоҡандырмай. Хәйер, фатирҙа ямғыр яуыу тарихын аш бүлмәһендәге һары юлаҡтар өнһөҙ ҙә һөйләй.
Йорттағы был проблеманы хәл итеүҙе һорап Екатерина Совет районы торлаҡ хужалығы идаралығына, Инцидент менеджмент системаһына мөрәжәғәт иткән. Уға яуап итеп, былтыр уның фатиры тапҡырында ҡыйыҡты ямағандар, әммә мәғлүм булыуынса, файҙаһыҙ.
Бөгөн йорт башына Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре үҙҙәре менде. Улар бөтә булған етешһеҙлектәрҙе теркәне.
Артур Дәүләтшин, Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы
Ҡыйыҡ сифатһыҙ ремонтланған, беҙ бөгөнгө тикшереү буйынса идарасы компанияға иҫкәрмә яҙабыҙ. Административ хоҡуҡ боҙоуға штраф һалынасаҡ. Проблеманы хәл итеү өсөн тейешле сара күрелер, тип уйлайым.
Уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарында һалынған йортта башҡа проблемалар ҙа бар. Түбәләге мәсьәләне хәл иткәнсе бында йәшәү тереклек өсөн көрәште хәтерләтә.
Рәмилә Исмәғилева




